top of page

ЯҢЫЛЫҠТАР

  4 мартта баш ҡалала  "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2019" төбәк-ара конкурсы башланды. Сибай ҡалаһы намыҫын  гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Торомтаева Рәмилә Юлай ҡыҙы яҡлай.

фото(1).jpg
C0dMFKlg3yM.jpg

       "ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2019" КОНКУРСЫНЫҢ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕН ТӘБРИКЛӘНЕЛӘР

    31 ғинуарҙа  Балалар ижады үҙәгендә  “ Йыл уҡытыусыһы-2019”, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” һәм  “ Йәш йыл уҡытыусыһы-2019”  республика конкурстарының  муниципаль этабында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләнеләр.  Конкурста ҡатнашҡан 22 уҡытыусы  мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙары һәм  сертификаттар менән бүләкләнделәр.   1- се һанлы мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Сергей  Сергеевич  Лун-Шин- Тян (“Йыл уҡытыусыһы-2019”), гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәмилә Юлай ҡыҙы Торомтаева (“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  йыл уҡытыусыһы -2019”,) 12-се һанлы мәктәптең  физкультура уҡытыусыһы Ғәзинур Айҙар улы Әхмәтов (Йәш йыл уҡытыусыһы -2019) муниципаль этаптың еңеүселәре тип билдәләнделәр. Улар  ҡалабыҙ  намыҫын республика конкурсында  яҡлаясаҡтар.

 

 

 

 

 

 

 

 

"ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2019" КОНКУРСЫНА СТАРТ БИРЕЛДЕ.

11-14 декабрҙә  9-сы лицей базаһында “Йыл уҡытыусыһы-2019” ,“ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019”, “ Йәш йыл уҡытыусыһы-2019”  ҡала  конкурстары   үтте. Бөтәһе 22 уҡытыусы  ҡатнашты. Конкурс өс турҙа  ойошторолдо.Конкурста ҡатнашыусылар асыҡ дәрестәр үткәрҙеләр,           «Мин –уҡытыусы  “  тигән темаға эссе менән   сығыш яһанылар.   Ике турҙың йомғаҡтары буйынса  өсөнсө турға 10 конкурсант  сыҡты. Өсөнсө турҙа оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

             "Аҡбуҙат" журналы беҙҙә ҡунаҡта.

   29 ноябрҙә  гимназияла шағирә, журналист,  “Аҡбуҙат”  журналының баш мөхәррире  Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт  хеҙмәткәре Тамара Ишбулды ҡыҙы   Юлдашева  һәм яҙыусы, “Юлдаш” радиоһы комментаторы, Ш.Бабич  исемендәге  дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова  менән  осрашыу үтте.  Баш мөхәррир уҡыусыларҙы журнал менән таныштырып , һәр рубрикаға  ентекләп туҡталып  китте.  Осрашыу  бик йәнле барҙы. Уҡыусылар ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар биреп, бүләктәр алдылар. Ф.Аҡбулатова үҙенең «Хәйерле иртә” исемле китабынан өҙөк уҡып ишеттерҙе.  Уҡыусылар шиғырҙар һөйләп ишеттерҙеләр.3Б класы  уҡыусыһы Күсәмишев  Арсландың  “ Гимназиям”  тигән йырҙы  башҡарауы  байрамға йәм өҫтәне. Осрашыу  аҙағында  авторҙар һәр класҡа  китаптар,бүләктәр тапшырҙылар.    Бындай  осрашыуҙан һуң  журналдың дуҫтары тағы ла күбәйер.

                                 Республика көнөнә арналған саралар.

15октябрь 2018 йыл

 Гимназияла  Республика көнөнә арналған саралар  үтте. 3-сө класс уҡыусылары өсөн  “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” тигән темаға класс сәғәте уҙғарылды. 3А класы уҡыусылары  Башҡортостандың ете мөғжизәһе  тураһында бик мауыҡтырғыс итеп  һөйләнеләр, коцерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Республиканың   “100 йыллығына Башҡортостан тураһында 100 һорау “проекты иғлан ителде. Уҡыусылар был  һорауҙарға  яуаптарҙы дәрестәрҙә, төрлө сараларҙа, проекттарҙа ҡатнашып аласаҡтар. Бөтә 100 һорауға ла дөрөҫ яуап биреүсе уҡыусы  маҡтау ҡағыҙы  һәм  приз менән бүләкләнәсәк. Сара «Башҡортостан- тыуған ерем” йыры менән тамамланды.

       Республика көнө алдынан 3Б класы  уҡыусылары  класс етәксеһе  Рәмилә Юлай ҡыҙы Торомтаева менән   Үҙәк  ҡала  китапханаһына барҙылар.  Китапхана хеҙмәткәрҙәре  уҡыусылар өсөн   “Минең бәләкәй Тыуған илем” тигән темаға класс сәғәте үткәрҙеләр. Сараның маҡсаты булып  Тыуған илгә һөйөү, батырҙарға ҡарата  хөрмәт һәм ғорурлыҡ тойғоһо  тәрбиәләү,  башҡорт халҡының  тарихына,әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә  ҡарата ҡыҙыҡһыныу  уятыу. Республиканың  символдары, уның  барлыҡҡа килеүе, тәбиғәт байлыҡтары, ете мөғжизәһе тураһында   һөйләп киттеләр. Уҡыусылар был класс сәғәтендә  бик күп яңылыҡ алдылар, белемдәрен нығыттылар.  Мультимедиа презентациялары  дәресте тағы ла байытты  һәм уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы.

Рамиля.jpg
рамиля 2.jpg
Слайд1.JPG
Слайд3.JPG
Слайд2.JPG
bottom of page