top of page

Ижадым тураһында

Рауил Бикбаев,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Көндәлектәр.

"Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер",

"Ағиҙел" журналы, 2018, № 9.


"...Кисә-бөгөн Сибайҙағы семинарҙа тикшереләсәк ҡулъяҙмаларҙы уҡыным. Ете авторҙың берәр әҫәре. Шаҡ ҡатырғыс асыштар булмаһа ла, иғтибарға лайыҡлы үҙенсәлекле авторҙар бар. Етеһенең бишеһе ҡатын-ҡыҙ. Бөтәһе 8 кешенең әҫәрҙәре тикшереләсәк. Әле уҡығандарым: 
Линиза Шакирова "Тәҡдир" повесть, 
Рәсүл Сәғитов "Уй туйы", 
Рәмилә Торомтаева "Аҡҡа ғына төшһөн исемдәр", 
Мәҙинә Йәғәфәрова "Ҡарағаш", 
Гөлдәр Әхмәҙишина "Ер ҡорто", 
Нияз Алсынбаев " Яңы йыл кейәүе" - пьеса, 
Гөлнара Мостафина "Бармаҡ буйы бер балыҡ", 
Һигеҙенсеһе Әнисә Янбаева. Бер әҫәрен дә бирмәнеләр. 
Рәсүл Сәғитов менән Гөлнара Мостафинаның хикәйәһен матбуғатта уҡыған булып сыҡтым. 
Рәмилә Торомтаеваның оҙон хикәйәһен повесть тип тә булалыр. Теле бай, бик халыҡсан характерҙар, яҡты донъя. Бер генә насар кеше лә юҡ. Хатта эскесеһе лә, ҡарағы ла әҙәмсә булып сыға..." 


 

Башҡортостан яҙыусыларының

сираттағы съезы алдынан Әмир Әминев,

Гөлсирә Ғиззәтуллина,

Фәнил Күзбәковтарҙың әңгәмәһенән өҙөк.

"...Әҙәбиәтте енескә ҡарап бүлеү шартлы ул. Әлбиттә, бар ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөнлөк биргән авторҙар, бар күберәк ир-ат иғтибарлағандары. Ләкин, миңә ҡалһа, төп критерий - әҫәрҙең талант тарафынан донъяға килеүендә. Шуға ла, ҡиблалар алышынған, үлсәмдәр буталышҡан, фекерҙәр аймылышҡан заманда уңын уңға, һулын-һулға һалырҙай ғәҙел баһалар кәрәк. Инде танылған әҙиптең дә сейле-бешле, а башлап яҙыусының бынамын тигән әҫәре булыуы мөмкин. Мәҫәлән, Рәмилә Торомтаеваның "Диван" хикәйәһе ("Ағиҙел" , 2010, №4) үҙенсәлекле алымы менән диҡҡәтте ала: күпте күргән диван әҫәр геройы ролендә сығыш яһай. Авторҙың уны образ кимәленә еткерә алыуы, шартлылыҡҡа ышандырыуы ҡиммәт. Көнбайыш әҙәбиәтендә осраштырғылаған был алым, тимәк, беҙҙә лә ярайһы уҡ уңышлы ғына ҡулланылған. Рәмиләнең традицион алымдағы "Аҡҡа ғына төшһөн исемдәр" (Шоңҡар", 2010? №5) хикәйәһе лә йылы тәьҫир ҡалдыра." 
Ф. Күзбәков. 

 

 

 

Гөлнара Әйүпова,

"Ирәндек" лицейының 

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

 

Сәләм, Рәмилә! 
Бөгөн, 8 июнь (2009) ҡайтып барышлай, киоскиҙан "Шоңҡар" ҙы эләктерә һалып, бер тынала һинең "Ғәзиз бала" хикәйәңде уҡып сыҡтым. Фекерем тарҡалмаһын тип, бөтә эште артҡа (бәлки алға) ташлап, ошо яҙмамды һыҙмаҡларға тотондом. Ҡабул итеп алһаң, мин бик шат булыр инем. 
Һинең ижадың миңә бик ҡәҙерле, үҙемдекеләй итеп ҡабул иттем. Ҡартая башланым шикелле, күңел йомшара бара, күҙҙән йәш сыға-сыға уҡыным. Беҙҙең аранан да яҙыусы сыҡһын әле... 
Яҙыуымда логика булмаһа, ғәфү итерһең. Әммә ләкин бөтә һүҙҙәремде ысын күңелдән яҙам. 
Уйлап ҡараһаң, ябай ғына яҙмыш һымаҡ. Әммә кеше яҙмышы үҙе кеүек ҡатмарлы нәмә икән... 
Хикәйәлә уҡылған һәр фекерҙә һинең тормош та ярылып ята. Мин быны һиҙеп уҡыным. Бынау Ҡаҙаҡбайҙар, моғайын, һинең заттандыр инде. Үҙең дә шуларға оҡшап тораһың. Хикәйәлә һүрәтләнгән ҡатындар Шәрифә, Ғәйникамал ниндәй зирәк, аҡыллы ҡатындар. Шәрифә иренең яйын табып ҡына, уйлап ҡына һөйләй. Яндырай иренең алдынан төшмәй. Ипләп кенә "Килен башы менән ҡайнағаһы менән япа-яңғыҙ һөйләшеп ултырмаҫ" тип иренең артынан бара. Киленендә лә ире сығып киткәс кенә "Ризалаш та ҡуй, апһын, ҡайнағаң дөрөҫ әйтә", -тип, үҙ фекерен белдереп ҡуя. Апһындарҙың дуҫлығы, килешеп йәшәүе, бер һүҙҙән булыуы шунда уҡ күренә. Быны ла һин үҙ тормош тәжрибәңдән алғанһыңдыр инде. 
Ә уҡытыусы, балалар әсәһе икәнең әллә ҡайҙан күренеп тора. Балаларҙың үҙҙәрен нисек тотошо бик матур тасуирланған: "Балаларға мәрәкә, бер-береһенә ҡарашалар ҙа, йылмайған булалар, береһе башын һулға эйһә. ҡалған икәүһе уны ҡабатлай..." һ.б. 
Әгәр ҙә Солтан ваҡытында ике малайҙы үҙ ҡулына алмаһа, улар аҡыллы булып, бәлки, үҫмәҫтәр ҙә ине. Халыҡ әйтә бит: "Бала ике өй араһында йөрөп боҙола..." Солтан яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып бер ҙә яңылышмаған. 
Хикәйәнең ике урыны бик тулҡынландырғыс: 
-"Ул, балаҡайым, былай ҙа беҙҙеке..." 
-"Ғәзиземде ҡайтарҙы Хоҙай! Ғәзизем урынына Ғәзизде баҫтырҙы..." тигән урындары. 
Хикәйә шуныһы менән оҡшаны: 
-Үҙебеҙҙең яҡтың диалекты менән яҙылған. 
-Ваҡиғалар эҙмә-эҙлекле бара, логик яҡтан уңышлы. 
-Һәр бүлектән һуң йомғаҡлауҙар бик шәп килеп сыҡҡан: 
1) "Ҡайһы саҡта аңлатып-аңлатып та төшөндөрөп булмағанды, аңғармаҫтан әйтелгән һүҙ аса ла һала шул..." 
2) "Был кешеләрҙең бер уй, бер маҡсат менән китеп барғандары аңлашыла ине..." һ.б. 
-Халыҡ аҡылы, халыҡ педагогикаһы, һинең тормош тәжрибәң бик уңышлы ҡулланылған. 
Ниндәй генә әҫәрҙе алма, халыҡ уны уҡып ҡына ҡалмаһын, ә ниндәйҙер файҙа, фәһем алһын ул. Был хикәйәләге ир менән ҡатын, ата-әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өлгө итеп алырлыҡ. 
"Йәш" Ғәзиз, моғайын, Басайҙан күсеп килгән ағайыңдыр. Бына ниндәй яҙмышты үҙ эсенә ала икән уның исеме. 
Минең һиңә теләгем ҙур: ижадыңды дауам ит, тағы ла матур-матур әҫәрҙәр яҙып ҡыуандыр. Был ижад һинең өсөн генә кәрәк, тип уйлама. Башҡорт әҙәбиәтендә үҙ урыныңды булдыр. Был һинең ҡулыңдан килә. Маҡтайҙар тип, маһайып китмә. Ысын тәнҡитселәр етешһеҙ урындарыңды ла табырҙар. "Кем эшләмәй, шул хаталанмай". тиҙәрме әле... 
Туғандарыңды, яҡындарыңды, халҡыңды ҡыуандырып йәшә! Афарин! Бөтәбеҙгә лә һаулыҡ бирһен Хо
ҙай! Амин!

 

 

 

 

Айһылыу Моталлапова,

 Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге методисы 
17 октябрь 2012 йыл 

Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейында Урал аръяғы райондарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн асыҡ сара үткәрелде. Сарала билдәле йәш яҙыусы Рәмилә Торомтаеваның “Диван” хикәйәһе буйынса әңгәмә ойошторолдо. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Игликова Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы үткәрҙе. 

Башта 11-се класс уҡыусылары Р.Торомтаеваның башҡорт ҡатын-ҡыҙы, ғаилә усағын һаҡлаусы әсә, балаларға белем биреүсе уҡытыусы булыуын билдәләп үттеләр. Һуңынан яҙыусының үҙенә һүҙ бирҙеләр, уның ижады менән ҡыҙыҡһындылар.  Рәмилә Торомтаева үҙенең бала сағы, мәктәп йылдары, әҫәрҙәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. 

Уҡытыусы экрандан уҡыусыларҙың әҫәр йөкмәткеһе буйынса төшөргән диван һүрәттәрен күрһәтте. Дивандар төрлөсә төшөрөлгән ине. Әммә бөтәһе лә әҫәр йөкмәткеһенә тап килә. Уҡыусылар Рәмилә Юлай ҡыҙынан әҫәрҙең яҙылыу тарихын һораштылар. Яҙыусы бик ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та тарих һөйләне. Әңгәмә бик уңышлы килеп сыҡты. Уҡыусылар әҫәрҙең йөкмәткеһен тағы ла тәрәндәнерәк төшөндөләр. 

Уҡыусылар тарафынан лицей коридорында ултырған диван тураһында төшөрөлгән видео күрһәтелде. Сюжетта мәктәп диванына бәйле тарих бәйән ителде. Артабан уҡыусылар әҫәрҙә осраған символик образдарҙы билдәләнеләр, төп геройға характеристика бирҙеләр, уның яҙмышын үҙҙәренсә икенсе төрлө күҙалланылар. 

Дөйөм алғанда, был сара бик йәнле һәм фәһемле итеп ойошторолдо. Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, уйландырыу, әҫәрҙе анализлау алымдарын оҫта ҡулланды. Яҙыусы Рәмилә Торомтаеваның балалар менән ихлас аралашыуы, уларға ижад серҙәрен төшөндөрөүе уҡыусыларҙы сихри әҙәбиәт донъяһына нығыраҡ йәлеп итте. 

Аҙаҡтан уҡытыусылар араһында сара буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Барлыҡ уҡытыусылар ҙа уҡыусыларҙың, уҡытыусының эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Р.Торомтаеваның “Диван” хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһен, әһәмиәтен билдәләнеләр. Әҫәр уҡыусыларҙы иғтибарлы, ихтирамлы булырға өйрәтеүен, тормошҡа әҙерләүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Яҙыусыға ижади уңыштар теләнеләр. 

Рәмилә Торомтаеваның әҫәрҙәре уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Уның хикәйәләре ябай, тормошсан булыуы, халыҡсан теле менән айырылып тора. Яҙыусының уҡыусылар менән төрлө сараларҙа, осрашыуҙарҙа ҡатнашыуы ҙур әһмиәткә эйә. 

Р. Торомтаева хикәйәләрендә тормош фәлсәфәһе

 

Г.Ә. Ҡарасурина,

БДУ СИ-ның педагогика факультеты студенты;

Ғилми етәксеһе – Г.Х. Сәмерханова,

филол.ф.к., БДУ СИ-ның педагогика факультеты доценты

       Рәмилә Торомтаева 1975 йылдың 7 мартында Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылында донъяға килә. Ул 1992 йылда 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Р. Торомтаева хәҙерге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәй һәм ҡаланың “Ирәндек” лицейында уҡытыусы булып эшләй.

      Р. Торомтаева ижад юлын шиғырҙар яҙыуҙан башлай. Аҙаҡ билдәле прозаик Х. Тапаҡов кәңәше буйынса прозаға тотона. 2008 йылда уның “Өмөт сатҡыһы” тип аталған тәүге хикәйәһе Р. Солтангәрәев исемендәге конкурс сиктәрендә “Йәшлек” гәзитендә донъя күрә. Хикәйә иң яҡшы ун әҫәр исемлегенә инә. Һөҙөмтә башҡа проза өлкәһендә ижад итеүгә этәргес көс була. Артабан авторҙың “Диван”, “Ялбыр”, “Атайымдың ҡыҙы”, “Ғәзиз бала” һ.б. исемле хикәйәләре бер-бер артлы донъя күрә. Р. Торомтаеваның “Тамғалы кейеҙ” тип исемләнгән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 2011 йылда республиканың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Йәш тауыштар” серияһы сиктәрендә баҫыла.

     Р. Торомтаеваның хикәйәләре сюжеттың тормошсанлығы, үҙенсәлекле композицион ойошторолошо, образдар яңылығы менән айырылып тора. Автор ябай күренештәр аша тәрән фәлсәфә еткереүгә өлгәшә, был әҫәрҙәрен фәһемле һәм уҡымлы итә.

Үҙенең “Өмөт сатҡыһы” тип аталған хикәйәһендә автор йәшәү менән үлем, өмөт менән көтөү кеүек “мәңгелек темаларға” мөрәжәғәт итә. Өмөт кешене йәшәтә, Ғәҙелша ҡартты ла Фазый бабай һәм уның моңло йырҙары тотоп торған икән ошо ерҙә. “Ғүмер тигәнең өмөттәрҙән, көтөүҙәрҙән тора бит ул. Элегерәк күп нәмәгә өмөт иткән был ҡартты бөгөн ике генә нәмә ҡыҙыҡһындыра – төндәрен ул әжәлен көтһә, көн тыуһа, ике күҙе Фазый ҡарттың ҡапҡаһында: ҡасан сыға ла, ҡасан эргәһенә килеп ултыра...” – тиелә әҫәрҙә. Уландарын үҙенән алда ер ҡуйынына һалған, үҙ исемен дә һирәк ишеткән күпте күргән, күпте кисергән ҡарт был тормоштан инде бер нимә лә көтмәй, артығыраҡ йәшәүенә уфтанып ҡуя. Фазый ҡарттың үлеүен аңлағас, ҡарттың йөрәге сәнсеп-сәнсеп ала. Өмөт сатҡыһы бына-бына һүнергә тора.

      Автор был хикәйәлә тормош мәғәнәһе, кешенең был тормоштағы урыны кеүек һорауҙарға яуап эҙләй, фәлсәфәүи проблеманы күтәрә. Әҙәрҙе уҡығас, “Кеше артығын йәшәйме икән?”, “Кеше был тормоштан ялҡамы ни икән?”, “Оҙаҡ йәшәү кешене ялҡытамы?” тигәнерәк һорауҙар килеп тыуа. Кеше ғүмере, йәшәү мәғәнәһе кеүек фәлсәфәүи һорауҙар уйланырға мәжбүр итә.

Хикәйәнең төп геройы – үҙ исемен дә һирәк ишеткән, бер быуаттан артыҡ йәшәгән Ғәҙелша ҡарт. Ул «Нурҙары күптән һүнә барған күҙҙәре ... хәрәкәтһеҙ ҡалған. Тотош кәүҙәһе таяҡҡа таянған ике ҡулында ғына аҫылынып торған кеүек. ... Ҡарт тын да алмай шикелле. Әйтерһең дә, унда ҡайһы еренәлер эләгеп торған йән дә кибеп ҡатҡан тән генә.” тип һүрәтләнә. “Уның өсөн ваҡыт, урын, сәбәп кеүек донъяуи төшөнсәләр юҡҡа сыҡҡан. Ул хатта үткән ғүмеренә, эшләгән эштәренә, ҡылған ҡылыҡтарына ла ниндәйҙер һығымта яһап, баһа ҡуймай. Йәшәлгәне йәшәлгән уның... Артығыраҡ йәшәлгән...” – көн дә үлемен көткән бабай өсөн һәр тәүлек артыҡ тойола. Ә Фазый ҡарт – ярҙамсы образ булып торһа ла, әҫәрҙә мөһим урын ала, сөнки бөтә булған яҡындарын, дуҫтарын, таныштарын юғалтҡан төп герой өсөн ул тоғро дуҫ.

      Әҫәрҙә Ғәҙелша ҡарттың ҡотолғоһоҙ, һағышлы көнкүреше, йәшәү түгел, ә тереклек итеүгә хас тормошонан башҡа, уның эске кисерештәрен хис-тойғоларын тасуирлау күберәк урын алған. Физик яҡтан да, рухи яҡтан да арығанлығы, әжәлде ҡотолоу сараһы кеүек көткәне, ҡарттың бер һүҙ ҙә әйтмәй тормош ағышын күҙәткәне, бөтәһе лә тормоштоң һәр кешегә дөрөҫ сама менән бирелеүенә яҡшы ишара.

      Р. Торомтаеваның 2009 йылда “Шоңҡар” журналында баҫылған “Ғәзиз бала” хикәйәһе лә тормошсанлығы менән айырылып тора. Әҫәрҙә тормоштоң ғәҙелһеҙлеге, яҙмыштың аяуһыҙлығы, йәшәү мәғәнәһе, туғанлыҡ кеүек темалар асыла.

Хикәйә авторҙың туғаны Казакбаев Шәһәрғәзе Шаһисолтан улына, Шәрифә һәм Солтанғәзе Ҡаҙакбаевтарҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған һәм улар өлөшөнә төшкән яҙмышты тасуирлай.

     Был хикәйәлә иң тәүҙә әсә йөрәгенең киңлеге, изгелеге хаҡында һүҙ бара. Тағы ла туған тейеш кешегә тик яҡшы мөнәсәбәттәр, яҡындарыңды ҡәҙерләй белеү, рәхмәт белдереү кеүек кешенең изге характер һыҙаттары ла һүрәтләнә. Әҫәрҙең төп проблемаһы – ят баланы үҙеңдеке итеп үҫтереү, етем ҡалған булһа ла, әсә һәм ата һөйөүе биреү, уны ғаилә йылыһында тәрбиәләү.

Ваҡиғалар Шәһәрғәзе тигән малайҙы балалар йортона алып китергәме юҡмы тигән мәсьәләне хәл итеүҙән башланып китә. Атаһы үлеп ҡалғас, үгәй әсәһенең ҡарарға хәленән килерме тигән һорау тыуа. Хәл-ваҡиғаларҙың төйөнләнеүе малайҙың Солтан исемле апаһы һәм ҡатыны Шәрифә менән уның үгәй әсәһенә барып һөйләшеү була. Шәһәрғәзене үҙҙәренә алғас, Шәрифә уға тейешле йылылыҡ, әсә наҙы күрһәтергә тырыша, ә инде Солтан малайҙы эшкә өйрәтә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй.

Үҫеп еткәс Ғәзиз (Шәрифә менән Солтандың улы) менән Шәһәрғәзе һуғышҡа китергә мәжбүр. Ғорурлыҡ менән улар Ватанды һаҡларға китә. Тик Ғәзиздең үлеме тураһында хат килеүе бөтәһен дә шаҡ ҡатыра. Шәрифә өсөн балаһының үлеме тетрәндергес ваҡиға, ҙур юғалтыу була.

      Шәһәрғәзе, ҡаты яраланып булһа ла, һуғыштан тере ҡайта. Йылдар үтә, ә Шәрифә улын һағына, тешләгән икмәген, фронттан килгән ҡара ҡағыҙын һаман да ҡарап ҡайғыра, һыҡтай. Шәһәрғәзенең улы тыуа. Ошо бәләкәй балаға Шәрифә Ғәзиз тип исем ҡуштырғыһы килә, сөнки бәпес Ғәзиздең үлгән көнөндә тыуа. Тимәк, был Ғәзиздең кире ҡайтыуы тигән фекергә килә туғандар. Ә Шәһәрғәзе бер ҙә ҡаршы килмәй, был эште үҙе лә башҡарырға теләй. Ғәзиз балаларҙы үҫтерергә, уларҙы яратырға яралған әсә йөрәге, бик бәхетле була.

       Балаларҙың бәхете, һаулығы өсөн һәр ваҡыт өҙөлгән әсәйҙәрҙең күңеле хаҡында тапҡыр итеп яҙған автор. Тормоштоң көтөлмәгән хәлдәре, үлем һәм йәшәү, әсә һөйөүе тураһында яҙылған был әҫәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Яҙыусы әҫәрҙәрендә геройҙарының эш-хәрәкәтенән күберәк уларҙың эске торошон, хис-тойғоларын, ҡайғырыуҙарын, борсолоуҙарын, уйланыуҙарын тасуирлай. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ҡылыҡтарын, әйткән һүҙҙәрен дә оҫта һәм тапҡыр итеп бирә. Көндәлек тормоштан һәр кешегә таныш ваҡиғаларҙы һүрәтләү аша Р. Торомтаева тәрән фәлсәфәүи темалар күтәрә, уҡыусыны ғәҙәти булып тойолған күренештәргә яңыса ҡараш ташлауға, уларҙы яңынан баһалауға алып килә.

   

Әҙәбиәт:

  1. Самирханова Г.Х., Гареева С.Р., Уразбаева Н.Р. Роль куратора в воспитательном процессе // Актуальные проблемы совершенствования высшего образования. Материалы XIII научно-методической конференции с международным участием.  – Ярославль: Ярославский государственный университет им. П.Г. Демидова, 2018. – С. 564-565.

  2. Сәмерханова Г.Х. Сибай төбәк яҙыусылар ойшмаһы тарихынан // Устойчивое развитие территорий: теория и практика. Материалы VIII Всероссийской научно-практической конференции (19-20 мая 2016 г.) – Сибай: Сибайская городская типография – филиал ГУП РБ Издательский дом “Республика Башкортостан”, 2016. – С. 374-376.

  3. Samirkhanova G.Kh. Идейно-тематическое содержание рассказов Р. Турумтаевой // Роль литературы в духовно-нравственном и патриотическом воспитании подрастающего поколения. Материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием), посвященной Году литературы в Республике Башкортостан и Российской Федерации, 70-летию Победы в Великой Отечественной войне (г. Сибай, 16-17 апреля 2015 г.). – Сибай: Изд-во ГУП РБ “Сибайская городская типография”, 2015. – С. 237-239.

  4. Samirkhanova G.Kh. Художественные особенности рассказа “Луч надежды” Р. Турумтаевой // Устойчивое развитие территорий: теория и практика. Материалы VII Всероссийской научно-практической конференции (15-16 мая 2015 г.). – Сибай: СГТ – ф-л ГУП РБ ИД РБ, 2015. – С. 259-261.

bottom of page